“Алға ҡарап йәшәгәндәргә уңыш юлдаш”
07.10.2014
Йәрмәкәй урта мәктәбе – районда иң алдынғы белем усаҡтарының береһе. Уның уҡыусылары республика кимәлендәге төрлө конкурс һәм олимпиадаларҙан йыш ҡына призлы урындар алып ҡайта, күбеһе белем алыуын юғары уҡыу йортонда дауам итә.
– Алға ҡарап йәшәгәндә, киләсәк тураһында уйланғанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин, – ти мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, райондың методик берләшмәһе етәксеһе Гөлназ Шәмсилунова. – Һәр балаға айырым иғтибар булдырыуҙы маҡсат иткәнбеҙ. Уҡыусылар – мәктәптең йөҙө. Уҡытыусы үҙенең өҫтөндә даими шөғөлләнергә тейеш, юғиһә унда үҫеш булмаясаҡ тигән хәҡиҡәтте онотмайбыҙ.
Тағы ла бер үҙенсәлек менән таныштыҡ: белем биреү учреждениеһы матбуғатҡа яҙылыу буйынса исемлектең башында тора. Уҡытыусыларҙың байтағы гәзит-журналды өйөнә лә алдыра. “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған мәҡәләләрҙе улар дәрестә йәки класс сәғәтендә файҙалана, бер һанын да ташламай йыйып бара.
Ғөмүмән, бында тәжрибәле педагогтар бихисап. Мәҫәлән, башланғыс кластар уҡытыусыһы, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Айгөл Тажиева – уҡытыусылар династияһынан. Атаһы Фәүзән Имәнғолов, әсәһе Фәнүзә Иҙрис ҡыҙы ғүмер буйы балалар күңеленә белем һәм тәрбиә орлоҡтарын сәскән. Шулай уҡ туғандарының күбеһе тормошон уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған. Айгөл Фәүзән ҡыҙы билдәләүенсә, эшкә тоғролоҡ – ата-әсә тәрбиәһенән, бүтән урынға күсеүҙе, һөнәр алмаштырыуҙы ул күҙ алдына ла килтерә алмай, бындай аҙымды хыянатҡа тиңләй. Әңгәмәсемдең яратҡан уҡыусылары бик күп икән. Ундайҙар мөғәллимәнең күңелен үҙең алсаҡлығы, ҡыҙыҡһыныусанлығы, хатта әрһеҙлеге менән арбаусан.
Ә бына балаларҙа туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән Гөләйшә Хантимерованың эш стажы – 32 йыл.
– Әсәйем дә, атайым да уҡый алмаһалар ҙа, беҙҙе, ғәзиздәрен, кеше итеү өсөн ныҡ тырыштылар. Белемле, илебеҙгә кәрәкле белгес булығыҙ тигән һүҙҙәре һаман да хәтерҙә. Ғаиләлә 10 бала үҫтек, был тормошта һәр беребеҙ үҙ урынын тапты, – тип һөйләй ул.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетынан сығыуға, тәнәфесте белдереп, ҡыңғырау яңғыраны. Бала-саға шау-гөр килеп коридорға сыҡты. Ә уҡытыусылар, ғәҙәттәгесә, киләһе дәрескә әҙерләнә башланы, гәзит-журнал менән танышыуға ла ваҡыт бүлде. Әйткәндәй, Йәрмәкәй урта мәктәбе коллектив менән “Башҡортостан”ға яҙылып ҡуйған да инде.
Источник: bashgazet.ru
Автор:
Илдар АҠЪЮЛОВ.
Источник - http://ermekeevo-rb.ru/news/detail.php?id=12645