Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә
30.09.2014
Әбделкәрим – үҙенсәлекле һәм күркәм ауыл. Ысынмы-бушмы, тәбиғәттең ошо хозур мөйөшөндә бер тапҡыр ғына булып, барыһын да үҙ күҙҙәре менән күреп, тыуған яғына юлланғандарҙың күңеле был тарафтарға яңынан тартыла, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, беҙ ҙә унан бик бай тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Ауыл төҙөклөгө менән хайран итте, кешеләрҙең алсаҡлығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ул көндө “Ҡатын-ҡыҙ донъяһы” берләшмәһе рәйесе Әлфиә Рафиҡова менән осрашып һөйләштек. Әйткәндәй, берләшмә “Ауылдағы иң яҡшы йәмәғәт ойошмаһы” конкурсында ҡатнашасаҡ (бәйге “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы үткәрелә).
– Әбейҙәр сыуағына тура килтереп “Алтын туй” байрамын күңелле үткәрҙек, – тип бәйән итте Әлфиә ханым. – Өлкән кешегә бер йылы һүҙ ҙә етә тигәндәй, ҡайнар ҡотлау сәләмдәрен уҡып ишеттергәндә инәй-олатайҙарҙың һәр береһенең тигәндәй йөҙҙәренең моңһоуланыуын, хатта күҙ йәштәренә ирек ҡуйыуын аңларға мөмкин ине. Бәхетле парҙар – Әҡлимә һәм Кәбир Шайғановтар, Нәғимә һәм Әбүғәле Шафиҡовтар, Фәйсүнә һәм Илдус Сабировтар, Асия һәм Рәҡиф Хәкимовтар, Мәрйәм һәм Нариф Инсаповтар, Мөзәйәнә һәм Рәйес Әхмәҙиевтәр, Жинан һәм Фәтҡулла Сәләмовтар, Дилариса һәм Илдар Хафизовтар шатлыҡты ихлас бүлешеп, ҡайғыны уртаҡ күтәреп ғүмер көҙөнә аяҡ баҫҡан. Барыһы ла бынамын тигән балалар үҫтереп, башлы-күҙле иткән. Хәйер, бынан тыш бүтән төрлө саралар ҙа йыш уҙғарыла.
Берләшмәгә бихисап ҡыҙ-ҡырҡын теләп йөрөй, аҙнаһына дүрт тапҡыр йыйылабыҙ. Һәммәһе лә донъя хәстәренә күмелгән, һәр кемдең ғаилә мәшәҡәттәре баштан ашҡан, әммә берәү ҙә уны сәбәп итмәй. Һөйләшеүгә ауылға ҡот индереү, халыҡтың йәшәйешен еңеләйтеү, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү ише мәсьәләләрҙе сығарабыҙ. Әлбиттә, күп осраҡта биләмә хакимиәте башлығы, ауыл старостаһы менән уртаҡ фекергә килеп эш итәбеҙ.
Ойошма эшмәкәрлеген бер нисә йүнәлештә көйләгән. Мәҫәлән, “Алтын энә” түңәрәген Зарима Ғилманова етәкләй. Тәү сираттағы маҡсат – ҡыҙҙарҙы шәл бәйләү серҙәренә өйрәтеү. Унда айырыуса мәктәп йәшендәге балаларҙың теләп йөрөүе ҡыуандыра. Гөлүзә Зарипова иһә гүзәл заттарҙы фитнесҡа йәлеп итеү өсөн ныҡ тырыша. Зилә Зарипова тиҙҙән ауылдаштарын баҡсасылыҡ серҙәренә төшөндөрә башламаҡсы. Шулай уҡ Гөлсәсәк Мәғзәнова, Әлфирә Шәрифуллина, Илгизә Минәзева, Наилә Ханнанова, Галина Инсаповалар – берләшмәнең төп таянысы.
Әбделкәрим күптән түгел 272 йыллығын билдәләне. Һәр беребеҙ ауыл тарихын өйрәнеүгә, музейҙы төрлө ҡыҙыҡлы материалдар менән тулыландырыуға бар көсөн һала.
Әхирәттәрем йыр-моң, бейеү ҙә ярата, ауыл тормошондағы бер кисәнән дә ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ.
Тәбиғәт биргән бүләкте йыйып кинәнәбеҙ. Кем әйтмешләй, әҙәм балаһына кәрәкле витаминдарҙы тапап йөрөйбөҙ. Бәшмәк соҡоро, Бөркөт ҡулы, Кәзә тауы, Ҡарат яланы тирәһе, айырыуса Рә йылғаһы буйы дарыу үләне менән тулған. Кис ултырғанда бергәләшеп шифалы үләндәрҙән бешерелгән сәйҙе эсеп ебәрһәң, күңел күтәрелеп китә.
Источник - http://ermekeevo-rb.ru/news/detail.php?id=12637