“Ҡарамалы” алға ҡарап йәшәй

“Ҡарамалы” алға ҡарап йәшәй 17.09.2014

      Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығына юл тоттоҡ. Урман-ҡырҙар алтынға мансылған күңелле мәл. Ҡайҙалыр яландар бушап ҡалған, ә икенсе урында баҫыуҙар һабантуйҙы хәтерләтә. Ниһайәт, Рә йылғаһына ла килеп еттек. Тимәк, беҙ – Йәрмәкәй районында.

Райондың ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Салауат Миңнул­лин­дан ураҡ барышы, ҡышҡа әҙерлек тураһында һора­шабыҙ.

– Көндәрҙең аяҙ тороуы беҙҙең өсөн тик яҡшыға ғына, – ти Салауат Мөҡәд­дәс улы. – Иген культураларын юғалтыуһыҙ йыйып, бураларға ташыуға һәр кем намыҫ менән ҡарай. Шул уҡ ваҡытта кукурузды силосҡа сабыу, һалам өйөү ҙә планға ярашлы бара. Ошо көндәрҙә сөгөлдөр ҡаҙыуға тотондоҡ.

Баш агроном менән Ырымбур өлкәһенә терәлеп ятҡан Түбәнге Ҡарамалы ауылына юл тоттоҡ. Ыҡ йылғаһы сик ролен үтәй. Нәҡ ошо урында беҙҙе уйсан, етди ҡарашлы бер ағай ҡаршы алды – райондағы ал­дынғы “Ҡарамалы” хужа­лығының етәксеһе икән.

– Ергә мөмкин тиклем һаҡсыл ҡараш булдырырға тырышабыҙ, – тип башланы һүҙен рәйес Фәнил Шәйҙул­лин. – Ер эшкәртеү тех­но­ло­гияһы боҙолдо икән, тимәк, һин күпте юғалттың тигән һүҙ. Ә уны яңынан тергеҙеүгә бихисап көс һәм ваҡыт талап ителә.

Хужалыҡ йыл да 1800 гектар тирәһе майҙанға иген культуралары сәсә, күләмде кәметмәй. Бөгөн бойҙайҙың гектар ҡеүәте 22 центнер тәшкил итә икән, был күрһәткескә һөйөнөргә генә кәрәк. Иге-сиге күренмәгән баҫыуға һоҡланыуымды күреп, Фәнил Мөзаһит улы һүҙен дауам итте:

“Ҡарамалы” алға ҡарап йәшәй– Автопаркты даими яңыртып тороу ҙа мул уңышҡа булышлыҡ итә. Әйтәйек, ике-өс йыл арауығында ғына 10 миллион һумлыҡ техника һатып алдыҡ. Ике “Т-150”, “Беларусь” тракторы, йәнә “Нива” комбайны, шулай уҡ бер нисә тағылма ҡоролма. Был эште киләсәктә лә дауам итәсәк­беҙ.

Кәйефтәрен белеү маҡсатында егеттәр янына ашыҡтыҡ. Илфат Кашапов бел­де­реүенсә, тәпәй баҫҡан ерҙән дә ғәзиз урын юҡ, бүтән яҡҡа китеп эшләүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай.

“Ҡарамалы” алға ҡарап йәшәйУның һүҙҙәренә Вилдан Насибуллин ҡушыл­ды:

– Эш хаҡы ваҡытында би­релә, беҙҙең өсөн иң мө­һиме ошо. Хатта дәртлән­дереү саралары ла ҡаралған. Ауылдың артабанғы киләсәге хужалыҡтың эшмәкәрлеге менән туранан-тура бәйләнгән.

Ғөмүмән, “Ҡарамалы” йәмғиәте етәкселеге алға ҡарап йәшәй. Машина-трактор оҫтаханаһы биләмәһендә иген һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән бынамын тигән келәттәре бар. Әммә рәйес бының менән генә сикләнергә уйламай.

Фәнил Шәйҙуллин хеҙмәт­кәрҙәре тураһында ла тик йылы һүҙҙәр әйтте – Ринат Мәзитов, Илсур Ғатауллин, Олег Ванюшин һәм башҡа механизаторҙарҙы маҡтап телгә алды.

Источник: bashgazet.ru

 Фото: Эдуарда Дильмухаметова.

1410874351_kombaynКомбайн.jpg

Эдуард.jpg

Азамат.jpg


Источник - http://ermekeevo-rb.ru/news/detail.php?id=12620

blog comments powered by Disqus