Ишеткән менән күргән бер түгел

Ишеткән менән күргән бер түгел 26.08.2014
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондарында булды.

Салт аяҙ көнгә тура килде Рөстәм Зәки улының был төбәккә сәфәре. Шуға ла Бәләбәй районындағы “Аҡ­сарлаҡ” балалар һауыҡ­тырыу лагерында ойош­­торолған V “Мин — гражданин” йәштәр форумында ҡат­нашыусылар менән осрашыу саф һауала, асыҡ майҙанда үтте.
Әйткәндәй, эш сәфәренең тәү­ге өлөшөн респуб­ликалағы йәштәрҙең төрлө йәмәғәт ойошмалары вә­килдәре, сит өлкәләрҙән килгән ҡунаҡтар эргәһендә башлап, ул һис кенә лә отолманы. Йәштәр, һәр ва­ҡыттағыса, Рөстәм Зәки улын дәррәү алҡышлап ҡар­шы алды. Егет һәм ҡыҙ­ҙарҙың социаль йүнәлешле, илһө­йәрлек тәрбиәләүгә ҡа­ғы­лышлы байтаҡ проекттары менән танышҡас, кәйефе тағы нығыраҡ күтәрелде.

Күҙгә-күҙ ҡарашып, рәсми булмаған шарттарҙа әң­гә­мәләшеүе еңелерәк тә, бер-береңде лә тиҙерәк аңлайһың. Әлеге осрашыуҙа ла шулай булды. Тәүҙә Рөстәм Хәмитов һуңғы ва­ҡытта донъя кимәлендәге үҙгәрештәргә бәйле ваҡи­ғалар, илдәге социаль-иҡ­тисади хәл менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Егет һәм ҡыҙҙар форсаттан файҙа­ланып ҡалырға ашығып, бер-бер артлы һорауҙарын яуҙырҙы. Йәштәрҙең төбәк башлығы вазифаһын ваҡыт­лыса башҡарыусынан илһө­йәрлекте нисек аңлауы, республиканың сит илдәр менән бәйләнеше, иҡтисад­ҡа ҡағылышлы мәсьәләләре хаҡында ишеткеһе, килә­сәктә йәштәрҙе ниндәй итеп күрергә теләүен дә белгеһе килде. Эштән буш ваҡытын нисек уҙғарыуы менән дә ҡыҙыҡһындылар.

Йәрмәкәйгә эш сәфәрен Рөстәм Хәмитов “Башҡорт­остан иген компанияһы” йәм­ғиәтенең эше менән та­ны­шыу­ҙан башланы. Ху­жалыҡ урып йыйыуға барлыҡ көсөн һалған, ырҙын табағына йөк тейәгән автомашиналар килә, баҫыуҙ­арҙы комбайндар иңләй. Быға Рөстәм Зәки улы үҙе күреп ышанды.
Кәйефтәре яҡшы иген­селәрҙең — келәткә уңыш инә. Арыштың гектар ҡеүәте 24 центнер булған, уны йыйыуҙы тамамлағандар. Әле ҡуҙаҡлы культуралар майҙанында ҡыҙыу мәл, гектарынан 22-шәр центнер алына. Көнөнә 300 гектар майҙанда атҡарыла көҙгө эштәр. Рөстәм Зәки улы быйыл ғына файҙаланыуға тапшырылған ике иген һаҡлағысҡа инеп, орлоҡҡа ҡалдырылған арыштың сифатына ла күҙ һалып сыҡты. Ул шулай уҡ хужалыҡта нисә кеше эшләүе, хеҙмәт хаҡы күләме менән дә ҡыҙыҡ­һынды. 
Алтындай башаҡтар тир­бәлеп ултырған, комбайндар гөрләп эшләп йөрөгән баҫыуға аяҡ баҫҡас, һабанда һайрашмай түҙеп буламы ни?! Етмәһә, буяуҙары ла уңмаған комбайндар үҙҙәренә са­ҡырып торғанда! Рөстәм Зәки улы ла түҙмәне, комбайнда бер аҙ йөрөп әйләнде. 
Йәрмәкәйҙәр урып йыйыу эштәрен сентябрь уртаһында тамамларға ниәтләй, әле эштәр 37 процентҡа үтәлгән.
Артабан сәфәрен дауам итеп, Рөстәм Хәмитов райондың Спартак менән Оло Зиңгәрәй ауылдары ара­һында төҙөлөп ятҡан автомобиль юлы менән танышты. Әйткәндәй, ошо маҡсатҡа 123 миллион һум аҡса бүленгән. 50 миллион һумы федераль ҡаҙнанан булһа, ҡалғаны — республика бюджетынан. 
Дөйөм алғанда, Рөстәм Зәки улы осрашыуҙарҙан бай тәьҫорат алып, күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды.


Источник - http://ermekeevo-rb.ru/news/detail.php?id=12593

blog comments powered by Disqus