«Ата-бабалар ере» - Йәрмәкәйҙә
14.08.2014
Мәҙәниәт йылы сиктәрендә районда 20-се төбәк-ара халыҡ ижады фестивале үтте. Мәҙәни сара Башҡортостан, Татарстан республикалары, Ырымбур өлкәһе, Мәскәү ҡалаһынан төрлө милләт һәүәҫкәрҙәрен берләштерҙе.
Рәмис Ғибәҙуллин әлеге фестивалдә тәүге йыл ғына ҡатнашмай. Һәр ваҡыт яратып сығыш яһайым, ти ул. Тамашасылар күп булһа ла, үҙешмәкәр артистарҙа ҡаушау тойғоһо юҡ, байрамда дуҫлыҡ хисе өҫтөнлөк итә.
Йәрмәкәйҙәргә эстафетаны Миәкә районы тапшырҙы. Изге йолаға әүерелгән Мәҙәниәт йылы штандарты артабан да республикабыҙ райондары буйлап йөрөйәсәк. Фестиваль ноябрҙә баш ҡалала Гала-концерт менән тамамлана.
«Ата-бабалар ере» фестивале 1994 йылдан уҙғарыла. Бәйгенең маҡсаты төрлө милләт халҡының йыр-моңо, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән танышыу, милли рухты һаҡлау, дуҫлыҡты нығытыу.
Мәҙәниәт йорто алдында сағыу күргәҙмә лә ойошторолғайны. Күҙҙең яуын алып торған сигелгән, тегелгән, бәйләнгән, ағастан һырланған ҡул эштәре байрам ҡунаҡтарының күңеленә хуш килде.
«Ата-бабалар ере» - Башҡортостанда юғары кимәлдә үткән киң масштаблы фестивалдәрҙең береһе. Уның сиктәрендә республикала һәм башҡа өлкәләрҙә йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре ҙур бер ғаилә булып сығыш яһай. Ҡатнашыусыларҙың ниндәй телдә һөйләшеүҙәре йырлап-бейеүҙәре мөһим түгел, сөнки уларҙы ижад берләштерә, дуҫлаштыра.
Зилиә Әбелғатина

Источник: Башкирское спутниковое телевидение