Багратион операцияһына 70 йыл

Багратион операцияһына 70 йыл 06.08.2014

Белоруссияны фашист Багратион операцияһының 70 йыллығына яҡташтарыбыҙ илбаҫарҙарынан  азат итеү уңайынан сығарылған миҙал менән бүләкләнде.  Йәрмәкәй районында был дәүләт бүләге 5 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына тапшырылды.

Яңыраҡ ҡына 98 йәшен билдәләгән  Абзалетдин олатай Нафиҡовҡа Белоруссиянан килгән миҙал тапшырыла. Йәшләй генә был илде фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан ветеран һуғыш мәхәшәрен әлегеләй асыҡ хәтерләй.

Йәрмәкәй районынан Белоруссияны фашистарҙан азат итеүҙең 70 йыллығына сығарылған миҙал менән 5 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бүләкләнде. Урындағы музейҙа уҙған тантанаға мәктәп уҡыусылары ла саҡырылды. Был һис кенә лә осраҡлы түгел. Йәштәр оло быуын вәкилдәре миҫалында илһөйәрлек рухында тәрбиәләнергә тейеш, тигән фекерҙә ойоштороусылар.

Совет яугирҙары тотош  Европаға азатлыҡ алып килде. Оло быуын вәкилдәренең фашизмды  тар-мар итеүгә индергән өлөшөн донъя лайыҡлы баһаларға тейеш, тигән фекерҙә Йәрмәкәй районы ветерандар советы рәйесе Нуриәхмәт Маннапов.

Тиҙҙән кешелек донъяһы Бөйөк еңеүҙең 70 йыллығын билдәләйәсәк. Был күркәм байрамды  сал сәсле яугирҙәрҙең барыһы ла күрмәүе ихтимал. Шуға ла илгә азатлыҡ бүләк итеүселәргә оло хөрмәт һәм ихтирамды, ниндәйҙер юбилей мәлендә генә түгел, ә хәҙер күрһәтеү мөһим, тип билдәләй  танатананы ойоштороусылар.

 


Источник - http://ermekeevo-rb.ru/news/detail.php?id=12536

blog comments powered by Disqus